«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды21.05.2026

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров | социаль селтәрҙәр

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы Д.С. Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеүгә өлгәште. Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең төп музейҙары – «Петергоф», «Бородинское поле», «Сталинград һуғышы» музей-ҡурсаулыҡтары һәм башҡалар Бөрйән районы проектының конкурентары булды.  Конкурсҡа бөтәһе меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.

«Республиканың еңеүе шуның менән ҡәҙерле! Беҙҙең «Шүлгәнташ» музейы – Рәсәйҙә палеолит дәүеренең мәмерйә ҡаяһына төшөрөлгән һүрәттәренә арналған тәүге һәм әлегә берҙән-бер музей. Был һүрәттәрҙең йәше — 16,5-20,5 мең йыл. Былтыр улар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Барыһын да иҫ киткес шәп музейыбыҙҙы килеп күрергә саҡырам», — тине республика етәксеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында биш ғәжәйеп факт менән уртаҡлашты.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров | социаль селтәрҙәр


Вернуться назад