Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә
21 майҙан 22-һенә ҡарай төндә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша өҫтәмә күперҙә юл эштәрен башҡарыуға бәйле хәрәкәт өлөшләтә сикләнә, тип хәбәр иттеләр мэрияла.
21 майҙа киске сәғәт туғыҙҙан 22 май таңғы алтыға тиклем аэропорт яғына өс һыҙат ябыла. Күперҙең һул һыҙатынан үтергә мөмкин.
Автомобилселәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш бирәләр.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә ярым марафон уҙғарыу өсөн Октябрь проспектын ябалар.