Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға21.05.2026

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Фото: «Башинформ» архивы

Өфөлә йылдағыса Ҡорбан ғәйете ваҡытында ҡорбан малдарын салыу өсөн ике майҙансыҡ эшләйәсәк: Ҡала яны урамы, 55-се йорт адресы буйынса урынлашҡан «Ҡарауан» сауҙа үҙәге янында һәм Төньяҡ автовокзал эргәһендә. 

Стәрлетамаҡта мал салыу өсөн берҙәм махсус майҙансыҡ булдырылған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡорбан салыу урыны итеп Хоҙайбирҙин урамы, 85-се йорт адресы буйынса район-ара сауҙа үҙәге биләмәһе билдәләнгән. Майҙансыҡ 27 май көндө үэшләйәсәк.

Ҡорбан ғәйетендә мал салыу ҡағиҙәләрен бында уҡырға мөмкин.




Вернуться назад