Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған21.05.2026

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Фото: Баймаҡ районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте | Баймаҡ районы хакимиәте

Асия исемле ҡыҙ Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый булып донъяға килгән. Уның дүрт апаһы һәм өс ағаһы бар.

Баймаҡ районында Сөмбөл һәм Айнур Байсыуаҡовтарҙың татыу, ишле ғаиләһен күптәр белә.

«Ата-әсә күңелендәге бар һөйөүен, йылыһын балаларына бирә, ғаилә бәхете һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора. Былтыр күп балалы әсә Сөмбөл Байсыуаҡова «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде», – тип хәбәр иттеләр Баймаҡ районы хакимиәтенән.




Вернуться назад