Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Эҫе һәм ҡояшлы көндәрҙән һуң ямғырҙар килә, көндәр һалҡынайта.

28 майҙан 3 июнгә тиклем көндәрҙең һалҡынса булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +13, +19°, төндә иһә +7 до +11°.
Алдағы көндәрҙә төбәктә йылы, башлыса ҡоро һауа торошо фаразлана. Бөгөн, 21 майҙа, һауа температураһы көндөҙ +18,+23° була. 22 майҙа һауа +21,+26°, ә 23 майҙа +24,+29° тиклем йылына.