Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне20.05.2026

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Фото: Сабина Кучаева

2001 йылдың апрелендә билдәле йырсы һәм композитор Насип Кучаев Өфөлә тәүге шәхси концертын ҡуйырға йыйына. Башҡа ҡалаларҙа һәм илдәрҙә уңышлы сығыш яһағандан һуң, республиканың баш ҡалаһын яуларға хыял итә ул. Бының өсөн артист ҡала мәҙәниәт һарайында ал-ял белмәй эшләй, төрлө мәжлестәрҙә йырлап аҡса таба. Әммә был концерт уның өсөн һуңғыһы булып сыға. 

Сәхнәгә сыҡҡас... ярым буш залды күреп артистың йөрәге ярыла яҙа. Халыҡтың концертҡа килмәүен бик ауыр кисерә ул. Теүәл бер айҙан, 13 майҙа, йырсы арабыҙҙан китә. Һуңынан экспертизала үлем сәбәбе асыҡлана: быға тиклем артист бер юлы ике инфаркт кисергән булған.

Артистың ҡыҙы, йырсы Сабина Кучаева, тап шул уңышһыҙ концерт атаһының үлеменә сәбәпсе булыуы хаҡында һөйләне.

«Йыш ҡына атайымдың наушниктар кейеп, синтезатор артында йырҙар өйрәнеп, саксофонда уйнап ултырғанын хәтерләйем. Мин өс йәшемдә сәхнәлә йырлай инем инде, ә атай тәүге уҡытыусым булды. Минең өсөн күп көс һалды ул: йырҙар һайлай, аранжировкалар эшләй, сәхнәлә үҙемде дөрөҫ тоторға өйрәтә. Киләсәктә уның юлын дауам итеремде тойомлағандыр», — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Сабина.

Насип Кучаев ниндәйҙер кимәлдә алдан күреү һәләтенә эйә була. Был уның ижадында ла сағыла, йырсы һәр саҡ берәй яңылыҡ уйлап таба, асыштар ҙа яһай. 

«Ижад кешеләре Хоҙай менән бәйләнештә була, тиҙәр. Атайҙың эске көсө, тойомлауы башҡорт эстрадаһында яңы йүнәлештәргә нигеҙ һалырға ярҙам иткәндер. Ул тәүгеләрҙән булып башҡортса рок йырҙары башҡара. Халыҡ көйҙәренә яңы һулыш индерә, бынан тыш, үҙенең авторлыҡ йырҙары ла халыҡ һөйөүен яулай. Уның иртә китеүе башҡорт мәҙәниәте өсөн ауыр юғалтыу булды», — ти йырсы. 

Насип Кучаев яҡты донъянан иртә китерен алдан белә. Бер нисә йыл алдан яҡындарына был хаҡта әйтеп шаҡ ҡатыра. Һаулығы ҡаҡшағанда ла, ҡатынының өгөтлөүенә ҡарамаҫтан, дауаханаға барырға ашҡынмай. 

«90-сы йылдарҙа атай әсәйем менән төрлө байрам үткәреп аҡса эшләне. Бер көндө улар мине туйға алып китте. Унда кәләштең күлдәгенән күҙемде ала алмайым. Атайҙан шундай уҡ аҡ күлдәк алып биреүен һораным. Уның күҙенән йәш бөртөктәре аҡты. «Ҡыҙым һиңә был күлдәкте алып бирер инем дә, тик ул ваҡытта инде янығыҙҙа була алмам», — тине. Атай вафат булырын алдан тойҙо. Йыш ҡына баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәһен төшөндә күрә торғайны. Вафаты алдынан «Васыят» тигән йыр ижад итеүе дә юҡҡа булмағандар», — ти Сабина.

Насип Кучаевтың Өфөләге тәүге шәхси һәм уның һуңғы концерты йөрәген төҙәлә алмаҫлыҡ яралар килтергәндер. Халыҡтың тамашаға йыйылмауында ябай ғына сәбәп була. Был көндә Өфөлә бер юлы бер нисә билдәле йырсы концерт ҡуя. Һәм уларҙың да залы ярым буш була.

Шулай уҡ уҡығыҙ — «Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?»



Вернуться назад