Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана20.05.2026

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Фото: «Башинформ» | архив

20 майҙа республиканың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет.

Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ-көнсығышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +26, +31 градус була.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 21 майҙа республикала эҫе бер аҙ һүрелә.




Вернуться назад