«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды20.05.2026

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Спорт министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

«Башинформ» күп йылдар дауамында республиканың төп мәғлүмәт ресурстарының береһе булып ҡала. Баашҡортостанда барған мөһим хәл-ваҡиғаларҙы, шул иҫәптән беҙҙең спортсыларҙың уңыштары һәм спорт инфраструктураһы үҫешен объектив һәм оператив яҡтырта. Руслан Михайловичҡа һәм «Башинформ» коллективына берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерәм. Алда беҙҙе бөйөк эштәр көтәлер тип ышанам!», —  тип билдәләне республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.




Вернуться назад