Ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ?05.07.2012
Хәҙерге әҙәбиәттә әхлаҡи темаға яҙылған әҫәрҙәрҙең һирәк булыуы борсолдора.

Мәҫәлән, күптән түгел донъя күргән бер хикәйәнең авторы, хәҙерге заманда кейәүгә сыҡмайынса бала табыу — оят эш түгел, тигән фекерҙе алға һөрә. Йәнәһе, кешенең һүҙенә ҡарарға ярамай, сөнки яныңда һине аңлаған ата-әсәң, туғандарың бар. Беҙ уҡып үҫкән “Ҡара йөҙҙәр” менән сағыштырһаң, ер һәм күк араһы!
Йәш быуын өсөн махсус яҙылған тәрбиәүи әҫәрҙәрҙең дә күбеһенең исеме есеменә тап килмәй. Сәхнәләге тамашаларҙың да һәр береһендә тиерлек эскелек, хыянат тасуирлана. Балаларға ниндәй өлгө күрһәтәбеҙ?
Л. АҪЫЛҒУЖИНА.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.


Вернуться назад