Башҡортостанда иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды19.05.2026

Башҡортостанда иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы

Ҡатнашыусылар өс турҙы үтергә тейеш ине: өйгә эш – «Мәктәптә туҡланыу 3.0» тематик өҫтәле, «Хәүефһеҙ туҡланыу блогы» квест-практикумы һәм «Ата-әсәләрҙең өс һорауы» блиц-турниры.

Ярыш йомғаҡтары буйынса, «Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәп ашханаһы» номинацияһында Өфөнөң һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

«Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» номинацияһында беренсе урынға Белореттың 8-се мәктәбе лайыҡ булды. Ауыл мәктәптәре араһында Бишбүләк районы Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбе иң яҡшыһы тип танылды.

Башҡортостандың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы Октябрьскийҙың 22-се мәктәбен «Йәмәғәт туҡланыуында заманса, креатив алым өсөн» махсус дипломы менән бүләкләне.

Финалда еңеүселәр «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы — 2026» конкурсының Бөтә Рәсәй этабында республика исеменән сығыш яһай.



Вернуться назад