Башҡортостанда бөгөн 3-4-се класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн, 19 майҙа, республикала 3-4-се класлы янғын хәүефе фаразлана. Шуға бәйле урман янғындарын һүндереү бүлектәре юғары әҙерлек режимына күсерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.
Әлеге ваҡытта Йылайыр районында урман янғынын һүндереү эштәре бара. 0,80 гектар майҙанды ут ялмап алған. Әлеге ваҡытта урында 35 кеше һәм 9 берәмек техника эшләй.
Республикала йәшәүселәрҙе урманға барғанда иғтибарлы булырға һәм ут сығыуға юл ҡуймау өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар.
Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға – 60 мең һумға, вазифа биләгән кешеләргә – 110 мең һумға, ә ойошмаларға 2 миллион һумға тиклем штраф һалына, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.
Урманда йәки ялан-ҡырҙарҙа төтөн йәки ут сыҡҡаны асыҡланған осраҡта 8 (347) 218-14-14 номеры буйынса Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда аномаль эҫелек һаҡлана.