Башҡортостандың Заря ауылында яңы мәсет асылды19.05.2026

Архангел районы Заря ауылының яңы мәсетендә беренсе аҙан яңғыраны.

Фото: Айрат Сәйетғәлиндең сәхифәһе | Вк

Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, иман йортон асыу идеяһын Фәнис Ишмөхәмәтов тәҡдим иткән, был башланғысты туғандары Абдуллиндар хуплап сыҡҡан.

Мәсет биш йыл элек төҙөлә башлаған. Ошо ваҡыт эсендә Заря халҡы был изге проектты бойомға ашырыуға хәленән килгәнсә өлөш индергән.

«Мәсетте асыу тантанаһының мосолмандарҙың изге Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары араһында үтеүе айырыуса символик мәғәнәгә эйә», – тип билдәләне район башлығы һәм ауыл халҡына ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныс күк йөҙө теләне.

Фото: Айрат Сәйетғәлиндең сәхифәһе | Вк


Вернуться назад