Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы бер көнгә ҡыҫҡараҡ була. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында белдереүҙәренсә, шаршамбы, 27 майҙа, Ҡорбан байрамы билдәләнә.
Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда 27 май ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла. Шишәмбе, 26 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Ведомство етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова һүҙҙәренсә, Ҡорбан байрамында (график буйынса, вахта һәм башҡалар) эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы түләнә. 27 май ял көнө булып иҫәпләнгән көндә хеҙмәткәрҙе уның яҙма ризалығы менән генә эшкә йәлеп итергә рөхсәт ителә (ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш), түләү икеләтә күләмдә башҡарыла йәки ял бирелә. Хеҙмәткәр, тейешле бойороҡ һәм уның яҙма ризалығы булмаһа, үҙенең ял көнөндә эшләүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамына мал һуйыу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрттеләр.