«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республикала 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән

2026 йылдың яҙында «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 4,3 мең ҙур ағас һәм 139 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртылған, 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.
Мәҫәлән, Октябрьскийҙа – Ҙур һәм татыу ғаилә аллеяһы һәм ҡаланың 80 йыллығына арналған аллея, Туймазыла – Чернобыль атом электростанцияһы һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея, Стәрлетамаҡ районының Бельский ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа килгән, ә Нефтекамала Хеҙмәт Даны аллеяһы киңәйтелгән. Өфөлә 320 ҙур ағас һәм 684 ҡыуаҡ ултыртылған, 10 тематик аллеяға нигеҙ һалынған.
Акцияла бөтәһе 65 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 4 мең ирекмән һәм 3,5 мең ойошма ҡатнашҡан, 1 283 берәмек техника йәлеп ителгән.
«Йәшел Башҡортостан» менән бер рәттән төбәктә «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы үтте. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты маҡсаттарына ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.
Акция саралары республикала 260 майҙансыҡта үткән. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округының алдынғы өс төбәге иҫәбендә.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, акция сиктәрендә 600 гектарҙан ашыу майҙанда 2 миллион самаһы үҫенте ултыртылған. Сараларҙа бөтәһе 117 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Быйыл, республика буйынса үҙәк майҙансыҡ булараҡ, Нуриман районының Байгилде ауылы эргәһендәге биләмәлә 25 апрелдә 8 мең ҡарағай, йүкә һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә булдырылған аллея «Геройҙар урманы» исемен йөрөтәсәк.
Акцияла төбәктең алдынғы предприятиелары һәм ойошмалары әүҙем ҡатнашҡан. Улар иҫәбендә – «Башнефть», «Напитки вместе», «Ультрадекор», «Оборонлес», «Сибирское здоровье» компаниялары һәм башҡалар.
Башҡортостан Башлығы урманды хужалыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланылғанға ҡарағанда күберәк ултыртыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм артабан да был ҡағиҙәне теүәл үтәргә ҡушты.