Баланың бәхетен асайыҡ!05.07.2012
Бәхеттең мәғәнәһен һәр кем үҙенсә аңлата. Беҙ ауыр замандарҙа бер туйғансы ашауҙы бәхеткә тиңләй инек. Бер биҙрә муйыл тиреп алып ҡайтһаҡ та “күктең етенсе ҡатында” гиҙҙек. Ҡышын табанлап кейерлек быймабыҙ булһа, йыртылған кейемебеҙгә ямаулыҡ тапһаҡ та, үҙебеҙҙе бәхетлегә һананыҡ.

Һәр бала яҡты донъяға үҙ бәхете менән тыуа, ти халыҡ. Был төшөнсә күп мәғәнәле, тәрән асыллы. Тормоштағы хәл-ваҡиғалар ҙа бәхеткә бәйле. Был хаҡта яҙыусыларыбыҙ нимә ти һуң? Ҡайһы бер әҫәрҙәргә күҙ һалайыҡ.
“Ярлы булһалар ҙа, татыу ғына торҙолар. Ниңә, ошо бәхет түгелме икән ни? Бәлки, улар (Сабира менән Ташбулат — Р.А.) бәхетле кешеләрҙер. Тик, үҙҙәре генә аңламайынса, “бәхетһеҙбеҙ” тип йөрөй торғандарҙыр”. (С. Агиш, “Нигеҙ”).
Ҡайһы бер яҙыусылар бәхетте һүҙ араһына, мәғәнә эсенә йәшереп тә бирә. Был, минеңсә, яҙыусының һүрәтләү оҫталығынан да киләлер.
Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Бәхетең үҙең менән” тигән повесына күҙ һалайыҡ. Бәхет гөл һымаҡ, һәр саҡ ҡурсалап, тәрбиәләп торорға кәрәк. Дөрөҫ, ул һәр кемдең үҙе менән. Ә уны үҫтереү — ата-әсәнең бурысы. Тимәк, тәрбиәсенең һәм педагогтың да. Әммә һәр уҡытыусы ла балаларға әҫәрҙәге Ғәҙилә Илһам ҡыҙы кеүек әсәләрсә йәки аталарса ихтирам күрһәтәме икән? Әйтеүе ҡыйын. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек уҡытыусылыҡ эшенә тоғролар ғына үтәй торғандыр был бурысты, тигән фекер ята әҫәрҙә. Ә ҡайһы берәүҙәр, мәктәп дәреслектәренең ауыр төҙөлгәненә, шунлыҡтан уҡыусының ундағы материалды үҙләштерә алмауына һылтанып, илке-һалҡы эшләүен дауам итә. Ә бит ижади эшләгән уҡытыусының ҡулында һәр дәреслек “уйнап” торорға тейеш. Баланың бәхетен асыу — уның ҡулында!
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогика фәндәре докторы,
БДУ профессоры.


Вернуться назад