Ғалимдар Беловежье зубрҙарының киләсәген билдәләргә тейеш – Радий Хәбиров

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн ЦУР-ҙа үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтарына ғалимдар менән берлектә Беловежье зубрҙарының республикалағы артабанғы үҫешен билдәләргә ҡушты.
Башҡортостанда 2023 йылдан алып Беловежье зубрҙарының популяцияһын булдырыу буйынса ҙур экологик проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығына ебәрелгән хайуандарҙың һаны 31-гә етте. Улар Уралдағы тәбиғәткә яраҡлашып йылдам үрсей.
2030 йылға тиклем зубрҙар һанын 50-гә тиклем арттырыу планлаштырыла.
«Беҙгә уларҙың киләсәге ниндәй булырын аңларға кәрәк. Беҙ нимәгә иғтибар итәбеҙ? Төрлө үҫеш юлдары бар. Уларҙы үрсетеү кәрәклеге аңлашыла, әммә уның беҙҙең һауа шарттарына яраҡлашыуын артабан өйрәнеү мөһим», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Быға тиклем ике үҫеш юлы ҡаралды: Беловежье тоҡомона оҡшаш зубрҙар популяцияһын үрсетеү йәки Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә үрсегән Кавказ зубры менән уртаҡ тоҡом булдырыу.