Өфө «Шифахана-2027» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итә

Өфөлә 2027 йылда халыҡ-ара ҡатнашлыҡта «Шифахана» Бөтә Рәсәй форумы уҙғарыла. Сара шифахана-курорт өлкәһенең төп профессиональ форумы булып тора. Илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең шифахана-курорт эше һәм медицина реабилитацияһы өлкәһенең алдынғы белгестәре бер майҙанға йыйыла.
«Өфө сараны ойоштороу урынына ғариза еңеүсеһе булды. Был беренсе халыҡ-ара «Шифахана», 26-нан ашыу ил ҡатнаша. Пландарыбыҙ бик күп, әҙерләнәбеҙ, беҙгә шифаханаларҙың имиджын күтәрергә кәрәк. Шуға күрә артабан эшләргә әҙербеҙ», — тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.