Республикала VII «Айыҡ ауыл» конкурсының еңеүселәре бүләкләнде18.05.2026

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә VII «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалсылары иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе аҡсалата сертификаттар һәм дипломдар менән бүләкләне.

Фото: видеонан стоп-кадр | Башҡортостан хөкүмәте

Мәҫәлән, «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында өсөнсө урынды Тәтешле районының Бәләкәй Бәлзүгә ауылы алды, икенсе урында – Борай районының Яңы Йәлдәк ауылы, беренсе урында – Асҡын районының Гөмбә ауылы.

«Уртаса тораҡ пункттар» номинацияһында өсөнсө урынға –  Бүздәк районының Ҡаран ауылы, икенсе урынға – Ауырғазы районының Кәкүш ауылы, беренсе урынға Ауырғазы районының Татар Нуғаҙаҡ ауылы лайыҡ булды.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында өсөнсө урынды Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы яуланы, икенсе урында – Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылы, беренсе урынға Ейәнсура районының Өмбәт ауылы сыҡты.

«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында өсөнсө урынды Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы алды, икенсе урын – Өфө районының Николаевка ауылы, беренсе урын – Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылы.

«Был конкурстың һөҙөмтәһе беҙ көткәндән күпкә яҡшыраҡ. Кешеләрҙә йәшәү рәүешенә ынтылыш барлыҡҡа килә. Күңелдә яҡшылыҡҡа ышаныс тыуа. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Эльвира Айытҡоловаға рәхмәтемде белдерәм. Унда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша», — тине Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко үҙенең видеосәләмләүендә билдәләүенсә, Башҡортостандың «Айыҡ ауыл» проекты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу һәм халыҡ араһында хәмер эсеүҙе кәметеү йәһәтенән уңышлы миҫалдарҙың береһе булып тора.


 






Вернуться назад