Республика етәксеһе Ғәҙелгәрәй ауылында һыу үткәргес төҙөргә ҡушты18.05.2026

Республика етәксеһе Ғәҙелгәрәй ауылында һыу үткәргес төҙөргә ҡушты

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында һыу үткәргес төҙөргә ҡушты. Ауыл халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабында еңде һәм республика кимәлендә лайыҡлы сығыш яһаны, тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров район башлығы Рәмил Абдуллинға проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡушты.

«Мин конкурсты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ үҙ тәҡдимемде индерергә теләйем. Бөрйән районында конкурста ныҡышмалы көрәш булды. Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы яҡшы заявка әҙерләгән, улар һыу үткәргес төҙөргә теләй. Мин финанслау сығанағын табырмын, һыу үткәргес булыр», – тине Радий Хәбиров.




Вернуться назад