Кешелек донъяһы элек-электән матурлыҡҡа ынтылған һәм уға табынған. Шулай ҙа әҙәм затының йөҙө генә түгел, эске донъяһы ла гүзәл булырға тейеш.
Йөҙйәшәр инәйҙәрҙең зиһен үткерлегенә, һаман да төҫ ташламауына һоҡланып ҡуяһың. Уларҙың бит ғүмере хеҙмәттә үткән.
— Башҡармаған эш ҡалманы, физик хеҙмәттән берәү ҙә үлмәй ул, — ти инәйҙәребеҙ. — Шулай уҡ беҙҙең быуын ауырлыҡты бергә еңде. Барыһынан да элек күңелебеҙ матур булды. Көнсөллөктө белмәнек.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм дә: “Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, хөсөтлөк менән араларығыҙҙы боҙмағыҙ, күрә алмаусан булмағыҙ, дошманлыҡҡа бармағыҙ”, — тип өйрәткән. Ысынлап та, көнсөллөк кешенең организмын кимерә, уның тиҙ туҙыуына сәбәпсе була.
Ата-бабаларыбыҙ ҙа иплелеккә, сабырлыҡҡа әйҙәгән. Матур сифаттарҙы үҙендә булдырып, йәш быуынды шул өлгөлә тәрбиәләргә тырышҡан. Ғәҙеллек, сафлыҡ, ихласлыҡ кеүек изге һыҙаттар кешенең йөҙөнә, күңеленә матурлыҡ булып сыға, төҫ ташламауға булышлыҡ итә.
Бәләкәй саҡта берәйебеҙ яңы кейем алһа, “ҡотло булһын”, “йылы тәнеңдә туҙһын”, “өҫтө-өҫтөнә өҫтәлеп торһон” тип бер-беребеҙгә теләк әйтешә торғайныҡ. Хөсөтлөк, күрә алмаусанлыҡ кеүек төшөнсәләр башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Бала саҡта шулай уҡ “ниңә уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла сибәр, матур икән”, тип аптырай торғайным. Баҡтиһәң, улар балаларға тик изгелек өләшеүсе, изге йән эйәләре булған икән. Мөләйемлеген күҙҙәренән, күңел түрҙәренән күргәнбеҙ.
“Бер-берегеҙ менән асыуланышҡанда, йәмһеҙләшмәгеҙ”, — тип тә өйрәттеләр. Хаҡ һүҙҙәр. Насар һүҙҙең йөрәккә уҡ булып ҡаҙалыуын оноторға ярамай. Ғаиләлә лә бындай осраҡтарҙан һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Боронғолар балаларына киҫәтеү яһағанда ла “рәхмәт төшкөрө”, “рәхмәт яуғыры” кеүек күңел рәнйеше төшмәй торған матур һүҙҙәр ҡулланған. Әле иһә хатта ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙың башҡаларға ирек бирмәй бәхәсләшеүен, тәмһеҙләшеүен күрергә тура килә. Бер ҙә матур күренеш түгел. Уйланмай әйтелгән һүҙ ҙә кешене йәмһеҙләй. “Белмәһәң, беҙләнмә — ғәйепһеҙгә киҙәнмә”, тиҙәр. Саманы онотоп ебәрмәйек әле. Матур күренергә тырышып, төрлө буяуға батһаҡ та, күркәмлек юғала бит.
Тәбиғәттән бирелгән матурлыҡты һаҡлауҙың сере ябай: эске донъябыҙҙы байытып, изге сифаттарҙы туплап, рухыбыҙҙы дауалап, таҙалап торорға кәрәк. Күңелебеҙ аҡ булһа, йөҙөбөҙ ҙә пак булыр.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы.