Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде

Башҡортостанда аномаль эҫе һауа торошо урынлашты. Алдағы өс көндә республикала яуым-төшөмһөҙ эҫе көндәр көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. Һауа температураһының юғары булыуы сәбәпле көнбайыш райондарҙа юғары янғын хәүефе көтөлә, көндөҙ көньяҡта елдең секундына 17 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.
Дүшәмбе, 18 майҙа, көндөҙ һауа +26, +31 градусҡаса йылына.
Шишәмбе, 19 майҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙгө температура +27, +32 градус, төндә иһә +11, +16 градус. Аяҙ һәм ҡоро була.
Шаршамбы, 20 майҙа, эҫе һәм аҙ болотло һауа торошо һаҡлана. Термометр бағанаһы көндөҙ +28, +30 градусҡа тикелм күтәрелә.
Бынан алда Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эҫелә үҙеңде нисек тотоу тураһында кәңәштәр биргәйнеләр.