Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Омск ҡалаһында казарма емерелгәндән һуң ике аяғын да юғалтҡан Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев үҙенең тыуған көнөндә донъяның иң бейек түбәһенә – Эверестҡа күтәрелә башланы. Был хаҡта Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев хәбәр итә.
Блогер Эверестҡа апрель башында юлланғайны. Быға тиклем ул 6476 метр бейеклектәге «Мера Пик» түбәһенә күтәрелгән, унда акклиматизация үткән һәм алдағы экстремаль һынауға әҙерләнгән.
Эверест түбәһе Нәбиев туҡталған база лагерынан 21 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Блогер маршруттың ифрат ауыр буласағын аңлай. Уға боҙ ҡаяларға арттырылырға кәрәк буласаҡ, етмәһә, ҡар һәм боҙ ишелмәләренә осрарға ла мөмкин.
«Мин бында, Эверест база лагерында шәхси яңы йылымды ҡаршылайым. Һәм тап ошо көндә Эверест түбәһенә юлға сығам. Был аҙымды ошо көндә яһау минең өсөн бик мөһим булды. Яңы йылда яңы юлға сығам», — тип уртаҡлашты блогер социаль селтәрҙә.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Рөстәм Нәбиевтың Эвереста тау сире башланыуы хаҡында яҙғайны.