Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндәрҙең эҫе тороуына бәйле Әлшәй, Баҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында дүртенсе класлы янғын хәүефе индерелде.
«Урман фондын һаҡлау өсөн министрлыҡтың урман янғындары формированиелары юғары әҙерлек режимына күсте. Урман фондын күҙәтеү көсәйтелде, ерҙә патрулдәр арттырылды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Район халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙәрен һорайҙар. Урманда, ялан-ҡырҙа усаҡ яғыу тыйыла. Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк: 8 (347) 218-14-14.