Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде15.05.2026

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Фото: Өфө хакимиәте | сайт

27 майҙа мосолмандар мөһим дини байрамдарҙың береһен – Ҡорбан байрамын билдәләй. Баш ҡаланың 24 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла. Өфө хакимиәтендә уҙған дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Өфөлә ҡорбан малын һуйыу өсөн ике майҙансыҡ әҙерләнә: беренсеһе – «Карауан» сауҙа үҙәге (Пригородная урамы, 55), ә икенсеһе Төньяҡ автовокзал янында урынлаша. Яҡын арала комиссияның мал һуйыу майҙансыҡтары биләмәһендә күсмә кәңәшмәләре планлаштырыла.

Быйыл Ҡорбан байрамын «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә билдәләйҙәр. Иртән Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин байрам вәғәзен уҡый, ул илдең бөтә төбәктәренә лә трансляциялана. Һуңынан ҡунаҡтар өсөн байрам концерты була, майҙансыҡта хәләл ризыҡтар һатылған фуд-корт асыла, балалар өсөн күңел асыу саралары, спорт уйындары (көрәш, уҡ атыу һәм башҡалар), йәрминкә ойошторола. Шулай уҡ байрамда тәмле былау менән һыйланырға мөмкин.



Вернуться назад