Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне15.05.2026

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Фото: Рөстәм Шәрипов | Хәйбулла районы хакимиәте

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан Фәйза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Район башлығы Рөстәм Шәрипов тыл эшсәнен күркәм ғүмер байрамы менән ҡотланы.

Фәйза Фәйзрахман ҡыҙы 1926 йылдың майында Аҡъегет ауылында тыуған. Уның бала сағы һәм йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән үгеҙ менән ер ҙә һөрә, бесәнен дә эшләй. Атаһы фронттан әйләнеп  ҡайтмай. Әммә ул бер ваҡытта ла бирешмәй,  ауырлыҡтар уның холҡон сыныҡтыра ғына, тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.

Файза Фәйзрахман ҡыҙы тормош иптәше менән 10 бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн йөҙйәшәр инәйҙең 82 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре бар.

«Файза инәй бөгөн улы Мансур, килене Әҡлимәнең тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хәтере, зиһене шәп, үҙ аллы көндәлек эштәрҙе башҡара, үҙе гәзит-журналдар уҡый. Ауыр бала саҡ, йәшлек йылдарын хәтерләп, бөгөнгө күркәм тормошо өсөн рәхмәттәр әйтеп доға ҡыла. Файза Фәйзрахман ҡыҙы — беҙҙең райондың ғорурлығы», — тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.




Вернуться назад