Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә15.05.2026

Һауа +29° тиклем йылына.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йома, 15 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы +24, +29°.

Шәмбе һәм йәкшәмбе, 16 һәм 17 майҙа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°,көнсығышта +5°, көндөҙ +24, +29° була.



Вернуться назад