Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Өфө – Белорет маршруты буйынса яңы ике системалы «Финист» электричкаһы сафҡа индерелгәндән һуң ике аҙна эсендә 6,5 мең пассажир ташыған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
«Поезд алмаш һәм даими токта эшләй ала. Был ваҡытты ныҡ экономиялай. Әгәр элек ток алмашынған Инйәр станцияһында локомотивты алмаштырырға тура килһә, хәҙер быны эшләргә кәрәкмәй. Шуға юлға 6 сәғәт урынына яҡынса 5 сәғәт китә, киләсәктә 4-кә тиклем ҡалдырабыҙ», — тине республика етәксеһе.
Шулай уҡ 8 майҙа Һамарҙан республикабыҙҙың баш ҡалаһына тәүге «Ҡарлуғас» йөрөй башланы, уның ярҙамында юлдағы ваҡыт 2 сәғәткә ҡыҫҡарҙы.
«Был иһә беҙҙең өсөн заманса ҡала яны поездары хеҙмәтләндергән өсөнсө төбәк-ара маршрут. Ырымбурға һәм Силәбегә йөрөгән электричкалар кеүек үк уға ихтыяж ҙур булыр тип ышанам. Бынан тыш, ҡайһы бер пассажирҙар өсөн төбәк һәм федераль льготалар ғәмәлдә», — тип билдәләне Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы 7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура авиарейс асылыуын иҫкә төшөрҙө.