Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара14.05.2026

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Салауат ҡалаһында полицейскийҙар «Мәк-2026» оператив-иҫкәртеү операцияһын башланы, тип иҫкәртә мэрия. Ведомство-ара рейдтар 12 майҙан 16 сентябргә тиклем ойошторола. Төп маҡсат – наркотик матдәләре булған үҫемлектәрҙе законһыҙ сәсеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнгәндәрҙе асыҡлау, шулай уҡ ҡырағай киндер үҫкән майҙандарҙы юҡ итеү.

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшкә һәр кем өлөш индерергә мөмкин. Наркотик матдәләре булған культураларҙы һәм ҡырағай үҫемлектәрҙе рөхсәтһеҙ сәсеү, шулай уҡ наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә башҡа енәйәттәр асыҡланған осраҡтарҙа 02 (102 – мобиль телефондан) йәки 8 (3476) 37-96-02 телефондары буйынса полицияға хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына аноним шылтыратырға ла була: 8 (347) 279-32-92. Граждандарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ тикшерә.



Вернуться назад