Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Бәләбәй ҡалаһында Башҡортостанда тәүге икмәк музейын асыу тантанаһы уҙҙы, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Үҙенсәлекле АРТ-этнокиңлекте Бәләбәй эшҡыуарҙары булдырған.
Икмәк бешереү Башҡортостан агросәнәғәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Төбәктә икмәк һәм икмәк-булка изделиелары етештереү системаһы үҫешкән. 2025 йылда республикала 102 мең тонна икмәк-ҡалас изделиелары етештерелгән.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, икмәк музейын ойоштороу кеүек инициативаларҙы тормошҡа ашырыу традицияларҙы һаҡла ҡына ҡалмай, агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәрен популярлаштырыуға һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәт һөҙөмтәләренә һаҡсыл ҡараш булдырыуға булышлыҡ итә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә «Музейҙар төнө»ндә бушлай автобус йөрөй.