Бурыслы иргә Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйылған.

Башҡортостанда үҙ балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған 37 йәшлек Саматты эҙләйҙәр. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Сибай бүлегенән хәбәр иттеләр.
Вәлит ауылында тыуып үҫкән ир бәлиғ булмаған балаһын ҡарауға алимент түләмәй. Әле ул Мәскәүҙә йәшәй тигән мәғлүмәт бар. Бурыслы иргә Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйылған, уны эҙләү башланған.
Саматтың ҡайҙа икәнлеге тураһында мәғлүмәт билдәле булһа, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан буйынса баш идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итегеҙ: 8 (347) 273-56-40; 8 (904) 906-34-21.