Республикала «Автобус» иҫкәртеү саралары башланды.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автобустарҙың техник торошон, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимын, шулай уҡ хәүефһеҙлек талаптарын үтәүен тикшерә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, рейдтарҙың төп маҡсаты – йәмәғәт транспорты пассажирҙарының именлеген тәьмин итеү. Водителдәрҙе кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн юғары яуаплылыҡ тураһында онотмаҫҡа саҡыралар. Пассажирҙарҙың тикшереүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүен һорайҙар.
«Автобус» операцияһы 12 июнгә тиклем дауам итә.