“Француздарҙы еңгәндә ер емертеп йөрөнөк беҙ...”05.07.2012
1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 200 йыл тулды. Тарихсы Ә.Б. Зарипов билдәләүенсә, был һуғышта урыҫтарҙан ҡала иң күп ҡатнашҡан халыҡ — башҡорттар. “Рәсәйҙең азатлығын яҡлауҙа башҡа бер генә халыҡтың да шул тиклем көс сарыф итеүен, иҫ китерлек батырлыҡ өлгөһө күрһәтеүен тарих белмәй”, — тигән ул. Тарихи ваҡиғалар теҙмәһенә учалыларҙың да исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уларҙың ата-бабалары 14-се атлы полк составында һуғышҡан. Одер йылғаһын беренселәрҙән булып кисеп сығыусы ла — 14-се полк яугирҙәре. 1813 йылдың 4 – 7 октябрендә Лейпциг эргәһендәге “халыҡтар һуғышы”нда ҡатнашып, был полк маҡтауға лайыҡ була.

Билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышы 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыу менән тамамлана. М. Ямалетдинов әйтмешләй, “Наполеондың еңеү ҡояшы һүнеп батҡан көн”, “уртаҡ ил күгендә уртаҡ еңеү таңы атҡан көн” була был. Парижға беренселәрҙән булып бәреп ингән, Сена йылғаһында аттарын һуғарған полктар араһында 14-се башҡорт һәм 2-се типтәр полктары ла була. Ата-бабаларыбыҙ еңеү һәм дан менән тыуған илдәренә ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла түгел. Меңәрләгән яугир алыҫ яҡтарҙа, сит тупраҡта ятып ҡала.
Беҙҙең Наурыҙ ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике уҙамандың исеме билдәле. Улар — Ғәбделҡадир Килдебаев менән прапорщик Ғәбделнасир Наурузов.
Ғәбделнасир Наурузовтың шәжәрәһен барлаһаҡ, уның 1782 йылдың Науырҙа ҡарт ғаиләһендә тыуғанлығын, Мөхәмәтйән менән Ғәбделғәзиз исемле ҡустылары булғанлығын белербеҙ. Ғәбделғәзиздән — бөгөнгө көндә Наурыҙ ауылында йәшәүсе Наурызовтар, Мостабаевтар, Мөхәмәтйәндән Шәғәлиндәр, Ямалетдиновтар таралған.
Атаһы һуғышҡа киткәндә, Ғәбделнасирҙың тәүге улы Сәлимсолтан дүрт йәшлек кенә булып ҡала. Ғәбделнасир Наурузовҡа һуғыш ғәрәсәтенән иҫән ҡалып, тыуған ауылына ҡайтырға насип була. Уның күкрәген биҙәгән орден һәм миҙалдар — ҡаһарманлығы билдәһе.
1813 йылдың 31 октябрендә Дрезден ҡалаһын штурмға алғанда Ғ. Наурузов ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ҡаһарманлығы өсөн IV дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. Бынан тыш, ул “1914 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” тигән ике көмөш миҙалға лайыҡ була. Офицер дәрәжәһенә эйә булғас, Ғәбделнасир Наурузовҡа дворян званиеһы бирелгән. Уның өс улы булыуы билдәле: Сәлимсолтан (1808), Саҙрыйабзал (1832), Ғәбделхәбир. Ғәбделнасир уландарын да хәрби хеҙмәткә өйрәткән. Уртансы улы Саҙрыйабзал обер-офицер була, “шәхси дворян” исемен йөрөтә. Саҙрыйабзалдың Тайфур менән Тайып атлы ике улы булған. Тайып ҡарт өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән. 1903 йылда тыуған Әйеп бабай Саҙрыев заманына күрә уҡымышлы кеше була, ауылдың тәүге комсомолецтарының береһе, колхоз рәйесе вазифаһын да башҡарған. Әйеп бабай менән Хәйрикамал әбей алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар үҙҙәре лә, балалары Хәтижә әбей, Нәжип бабай, Арслан, Әсғәт ағайҙар, Мәфрүзә апай был яҡты донъяла юҡ инде. Бөгөнгө көндә ауылда Әйеп бабайҙың ҡыҙы — хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мәнфүсә апай Һөйәрғолова, шулай уҡ ейәндәре Әхтәм, Әхмәт, Илшат, ейәнсәрҙәре Фәнүзә, Раушания һәм уларҙың балалары йәшәй.
Саҙрыйабзалдың бүләһе Арсландан өс ул һәм ике ҡыҙ тыуған. Арслан ағай менән Фатима апайҙың да, уларҙың улдары Илфат менән Ираттың да ғүмере үтә ҡыҫҡа булды. Ләкин шуныһы ҡыуаныслы: 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Ғәбделнасир Наурузовтың вариҫтары, данлы олатайҙарының яугирлек, илһөйәрлек рухына тоғро ҡалып, Ватан алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәне. Илфат (1962–2005) Ҡаҙағстан далаларында, Ират (1974–1995) Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итте. Ә Илшат Арслан улына, Төркмәнстандың Кушка ҡалаһында хәрби күнекмәләр үткәндән һуң, хеҙмәтен Афғанстандың Ҡондоҙ провинцияһында дауам итергә тура килде. Ул “Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “Яугир-интернационалисҡа”, “СССР Ҡораллы Көстәренә — 70 йыл” миҙалдары һәм СССР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Әсғәт ағай менән Рабиға еңгәй Саҙрыевтар биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙың уландары ла армияға барыуҙы ил алдындағы изге бурыс, намыҫ эше тип ҡараны. Әхмәт 1987–1989 йылдарҙа Украинала ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Уртансы улдары Тәлғәт 1989–1992 йылдарҙа Төньяҡ флотта, Мурманскиҙа баш старшина дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен үтәне. Булатҡа ла диңгеҙҙә, Тымыҡ океан флотында, ил алдындағы бурысын үтәргә тура килде.
Эйе, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Ғәбделнасир Наурузов менән уның вариҫтары Саҙрыевтар, Наурызовтар, Мостабаевтар, Шәриповтар ғына түгел, тотош Наурыҙ ауылы халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ул бөгөнгө йәштәр һәм килер быуындар өсөн илһөйәрлек, батырлыҡ, антҡа тоғролоҡтоң матур өлгөһө.
Утлы юлдар, йылдар, быуаттар аша ҡаһармандар беҙгә өндәшә төҫлө:
“Маладис та булдыҡ беҙ,
Любизнай ҙа булдыҡ беҙ.
Ил ағаһы Кутузовтан
Рәхмәт һүҙе алдыҡ беҙ.
Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ,
Парижда ла булдыҡ беҙ.
Француздарҙы еңгәндә
Ер емертеп йөрөнөк беҙ!”
Шағир әйтмешләй, “Ҡанатландым. Тәрән ашҡыныуҙан ритмдарға һыймай һүҙҙәрем”. Һис тә арттырыу түгел: “кемдәре юҡ ауылымдың тиһәм, ғорурлығым күккә олғаша!”
Гөлнур ЗАҺИРОВА.
Учалы районы,
Наурыҙ ауылы.


Вернуться назад