Аҙна һуңында йылы була.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шаршамбы, 13 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе мөмкин. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын, йәшен йәшнәгәндә көслө. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25°.
Кесаҙна, 14 майҙа, яуым-төшөмһөҙ, төндә төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +21, +26°.
Йома, 15 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, төндә талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +23, +28°.