Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде12.05.2026

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

34-се «2010-2023 йылдарҙа Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошо һәм иҡтисады» параграфының «Матбуғат» пунктында ошо осорҙа сыға башлаған матбуғат хаҡында мәғлүмәт бирелә. «Мәғлүмәт киңлегендә республиканың «Башинформ» агентлығы айырым роль уйнай», — тиелә дәреслектә.

«Тыуған төйәгебеҙҙең тарихы дәреслегендә телгә алыныу хуплауға лайыҡ. Беҙ «Башинформ»дың Башҡортостан өсөн әһәмиәтле мәғлүмәти һәм медиаресурс булып тарихҡа инеүебеҙгә бик шатбыҙ, әлбиттә. Мәғлүмәт киңлегендә агентлыҡтың айырым ролен таныу беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, артабан да ошо ролде һәм бурысты еренә еткереп башҡарырға тырышырбыҙ»,  — тине «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.


Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Дәреслек авторҙары – Булат Аҙнабаев, Рәмил Рәхимов. «Тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан Республикаһы. 6-7-се класс» дәреслеге уҡыусыларҙы XVIII быуаттан алып хәҙерге көнгә тиклем Башҡортостан тарихы менән таныштыра.



Вернуться назад