Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте.
Бөгөн, 12 майҙа, Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте.
«6 майҙа Константин Борисович Толкачевты һуңғы юлға оҙаттыҡ.. <…> Уның хәтерен мәңгеләштереү өсөн Дәүләт Йыйылышы менән килешелгән тәҡдимдәр көтәм. Был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Лайыҡлы кеше, республикабыҙҙың күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте.