Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте12.05.2026

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе.

Фото: Өфө аэропорты | онлайн-табло

12 майҙа Өфө халыҡ-ара аэропортында рейстарҙың тотҡарланыуы күҙәтелә.

«Һауа киңлеген файҙаланыуҙы сикләүгә бәйле «Өфө» аэропортында рейстар тотҡарлана. Аэропортҡа барыр алдынан аэропорттың онлайн-таблоһында һәм авиакомпаниялар вәкиллектәренең телефон номерҙары буйынса рейстың статусын асыҡлауҙы һорайбыҙ», – тиелә аэропорт белдереүендә.

Онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, Нарьян-Мар, Түбәнге Кама, Усинск, Ҡазан, Салехард, Краснодар, Ханты-Мансийск, Мәскәү ҡалаларына рейстар тотҡарлана. Сочи, Ҡазан, Усинск, Ноябрьск, Мәскәү, Ханты-Мансийск, Екатеринбург, Талакан, Новый Уренгой, Ереван йүнәлештәренән дә самолеттар һуңыраҡ осоп килә.

Ямбургҡа осош туҡтатылды. 

Бөгөн Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде, Өфө аэропорты ваҡытлыса ябылды.



Вернуться назад