Үрге Ҡарғауылдан Хәбибуллиндарҙы районда йәшелсәселек менән күңел биреп шөғөлләнгән ғаилә булараҡ беләләр.
Гөлназ менән Венерҙың тормошо һәм егәрлелеге күптәргә өлгө булырлыҡ, уңғанлыҡтарына күҙ теймәһен.
— Йорт хужаһы бөтөн яҡлап өлгөр кеше, — ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимерйән Нәбиев. — Ауылыбыҙҙың старостаһы булараҡ, һәр ваҡыт эштең уртаһында ҡайнай. Төрлө кәңәше менән дә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта шәхси хужалығына ла етешә.
Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмаған Венер йәшелсә, үҫентеләр һата.
— Был эште атайымдан күреп үҫтем, ул агроном булды. 20 йәшемдә эште бәләкәй генә майҙандан башлап ебәргәйнем. Башта ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтерергә тотондом. Ерҙә эшләү оҡшаны, тора-бара теплицаның майҙанын арттырҙым. Ике тиҫтә йылға яҡын үҙаллы хужалыҡ итәм. Тәүҙә бер үҙем инем, әле йөктө ҡатыным Гөлназ менән тартабыҙ.
Улар йәшелсә үҫтереүҙе үҙҙәренең төп кәсебе итеп алған, теплицалары — 20 сутый.
— Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүҙең дә үҙ технологияһы бар. Орлоғона күрә уңышы тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәй. Сифатлы орлоҡтарҙы Мәскәүҙән алабыҙ. Икенсенән, көҙҙән үк ерҙе яҡшылап ашлау тураһында хәстәрләйбеҙ. Тиреҫте күберәк индерәбеҙ, тупраҡты файҙалы матдәләр менән байытыу өсөн минераль ашлама ҡулланмайынса ла булмай, — ти ғаилә башлығы.
Бында боростоң — биш, сәскәнең 30 төрө, помидор, баклажан, ҡыяр үҫентеләре ултыртылған. Ауыл, район үҙәге һәм яҡындағы райондар халҡы уларҙы яратып һатып ала. Үҫентеләр миҙгеле бөтөүгә кәбеҫтә өлгөрә. Уны 70 сутый ерҙә ултыртҡандар. Йәшелсә артынан хатта ойошма-предприятиеларҙан да киләләр.
— Ауылда эш юҡ тигән кешегә аптырайым, — ти Венер. — Эшләгән кешегә эш бөтәме ни? Тик ятһаң береһе лә килтереп бирмәйәсәк. Ауылда йәшәүебеҙгә һис үкенмәйбеҙ, ҡала халҡынан кәм йәшәмәйбеҙ. Өйҙә бөтөн уңайлыҡтар бар. Иң мөһиме — тырышырға кәрәк, ауыл ялҡауҙарҙы яратмай.
Йәшелсә һатҡан аҡсаға Гөлназ менән Венер кирбестән ҙур йорт һалып ингән. Уларҙың донъяһы ауылға инеү менән әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Тәҙрә төптәрендә шау сәскәле гөлдәр үҫә, йорттарында бөхтәлек, таҙалыҡ хөкөм һөрә. Үҙ еренә ерегеп, тырышып донъя көткән йәштәр — ауылдың йәме лә, ҡото ла.
Лира ГӘРӘЕВА.
Дүртөйлө районы.