Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара
Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында барған тантаналы йыйылышта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, төбәк халҡын яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы.
«Иртәгә илебеҙ совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенә 81 йыл тулыуҙы билдәләй. Барыбыҙ өсөн дә мөһим булған байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым! Халҡыбыҙ өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлеклерәк дата юҡ. Бөгөн рәсәйҙәрҙең күңеле илебеҙ өсөн ғорурлыҡ, донъяны нацистар ҡоллоғонан азат иткән ата-бабаларыбыҙға сикһеҙ рәхмәт тойғоһо менән тулы. Бөйөк Еңеү шатлығы һәм ауыр юғалтыу ҡайғыһы. Хөрмәтле ветерандар, тәү сиратта һеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. Тап һеҙ балаларығыҙға һәм ейәндәрегеҙгә тыныс тормош бүләк иттегеҙ. 9 май – беҙҙең өсөн изге көн. Бөгөн беҙ еңеүселәр быуыны тапшырған героик эстафетаға лайыҡлы булырға тырышабыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бөгөн барыбыҙ ҙа үткәндәрҙең фажиғәле биттәрен айырыуса тетрәнеп иҫкә алабыҙ, тине республика етәксеһе. 85 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланған. 1941 йылдың 22 июне илебеҙ тормошон мәңгелеккә «тиклем» һәм «һуңынан»ға бүлде. Кешелек тарихы бығаса бындай фажиғәле биттәрҙе, ҡан ҡойошло һуғыштарҙы белмәй ине.
– «Батырлыҡ дәрестәре»ндә беҙ балаларға 1941 йылда ата-бабаларыбыҙҙың Мәскәүгә етеп килгән Гитлер армадаһын нисек туҡтатыуҙары хаҡында һөйләйбеҙ. Ә дүрт йылдан Берлинда дошманды тар-мар итеү Бөйөк Еңеү менән тамамланды. Бөгөн дә махсус хәрби операция геройҙары 45-се йылда еңелгәндән һуң башҡаса баш күтәрә алмаҫ тип уйлаған нацизмға ҡаршы көрәшә, Рәсәй суверенитетын яҡлай. Хәҙер, 80 йыл элек кеүек үк, ил һәм республика өсөн иң мөһиме – «БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!», – тине Башҡортостан Башлығы.
«Башҡортостан» полкы, Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, Росгвардияның Салауат Юлаев исемендәге батальоны һәм башҡа подразделениеларҙың яугирҙәре яу яланында ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа 46 яҡташыбыҙ Герой исеменә лайыҡ булды, уларҙың 16-һы – махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн. Шуларҙың туғыҙы – үлгәндән һуң. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн залда Рәсәй Геройҙары Риф Сәхәбетдинов, Денис Чернавин, Руслан Ғарифуллин, «Башҡортостан» полкы, Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре бар. Тантаналы йыйылышҡа шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың – Рәсәй Геройҙарының ғаиләләре саҡырылған.