Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды08.05.2026

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй.

Фото: матбуғат хеҙмәте | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Традиция буйынса, Бөйөк Еңеү көнө алдынан Рус драма театры алдындағы парковкала һәм В.И.Ленин исемендәге майҙанда тарихи хәрби техника һәм раритет автомобилдәр экспозицияһы асылды.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үҙ күҙҙәре менән «Моторҙағы тарих»ты күрә ала. Экспонаттар араһында — легендар Т-34 танкы, БМ-13 «Катюша» хәрби машинаһы, БА-64 бронеавтомобиле, пулеметлы М-72 мотоциклы, хәрби пехота машинаһы, газ генераторлы ЗИС-21, ЛуАЗ-967 санитар автомобиль-амфибияһы. Автоклассика һөйөүселәр ГАЗ-дың бер нисә моделен, шул иҫәптән «Еңеү» кабриолетын баһалай ала. Майҙансыҡта бөтәһе 50-гә яҡын экземпляр.

Бынан тыш, өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ошонда уҡ Өфө тарихы музейы һәм уның филиалы - күсмә МХО тарихы музейы экспонаттары менән танышыу мөмкинлеге бар.





Вернуться назад