Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте
Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында республика юғары уҡыу йорттары һәм колледждарының 1200-ҙән ашыу студенты «Еңеү вальсы»н бейене. Илһөйәрлек акцияһы совет халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә 81 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.
«Еңеү вальсы» – беҙгә халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлығы, 1945 йылдың иҫтәлекле май вальсы хаҡында хәтерләткән байрамдың тағы ла бер сағыу өлөшө. Башҡортостан Башлығы исеменән егет-ҡыҙҙарҙы илдең төп байрамы менән республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡотланы.
«Һеҙҙең быуынға мөһим миссия йөкмәтелде. Беҙ Бөйөк Еңеүҙең хаҡы тураһында онотмаҫҡа тейешбеҙ. Һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың данын һаҡларға һәм уларҙың лайыҡлы вариҫтары булырға кәрәк», – тип билдәләне Урал Килсенбаев.
1942 йылдың мартында Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә легендар Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәренең фронтҡа китергә әҙер булыуы хаҡында рапорт биргән Совет майҙанында бөгөн «Зәңгәр яулыҡ» һәм «Өфө йүкәләре» көйҙәре яңғыраны. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары һәм тарихи дөрөҫлөк, Рәсәйҙең киләсәге өсөн көрәштә ғүмерен биргән беҙҙең заман геройҙары иҫтәлегенә «Бер минутлыҡ тынлыҡ» иғлан ителде. Ул берҙәм тауыш сигналы буйынса бөтә республикала үтте.
Белешмә
«Еңеү вальсы» Бөтә Рәсәй акцияһы – илебеҙҙең героик үткәненә хөрмәт билдәһе. Акцияны тәүге тапҡыр 2014 йылда Екатеринбургта Урал дәүләт иҡтисад университеты ойошторҙо. 2015 йылдан акция Рәсәй кимәленә сыҡты, унда 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Өфөлә «Еңеү вальсы» республика акцияһы 2024 йылдан башлап үткәрелә.