Иҫән егетенең рухы иҫән05.07.2012
Республикала киң танылған шәхес, абруйлы педагог-методист, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Төхфәт Аслаевтың тыуыуына 90 йыл тулды.

Ул — Баймаҡ районының Иҫән ауылынан. Тыуған төйәгендә башланғыс белем алғас, Түбә ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, Темәс педагогия училищеһын тамамлай.
Һөнәре буйынса Салауат районының Арҡауыл ауылында эш башлаған Төхфәт Аслаев белемен артабан камиллаштырыу теләге менән яна. Изге маҡсаты тормошҡа аша уның: К.А. Тимирязев исемендәге Өфө педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Һәләтле йәш белгесте тыуған яғына — Темәс педагогия училищеһына ебәрәләр. Бында ул тәүҙә — уҡытыусы, унан уҡытыу эштәре буйынса мөдир була. Үҙен көслө педагог-методист, һәләтле етәксе итеп таныта Төхфәт Хәлим улы. Ул эшләгән осорҙа училищеның абруйы тағы ла арта, белем сифаты күтәрелә. Уҡыусыларҙың араһынан талантлы педагогтар, мәғариф етәкселәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар үҫеп сыға. Ул йылдарҙы хәтерләп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев былай тип яҙҙы: “Төхфәт ағай нәфис әҙәбиәтте ихлас яратырға күңелемдә дәрт осҡондары ҡабыҙған, “шиғриәт” тигән серле офоҡҡа талпынырға ҡанат ҡуйған мәрхәмәтле уҡытыусыларымдың береһе булды”.
Фән докторҙары, тел белгестәре Нәғим Ишбулатов, Эрнест Ишбирҙин, Ким Әхмәтйәнов, Сәриә Миржанова, Салауат Ғәлин һәм башҡалар — Төхфәт Аслаевтың уҡыусылары. Уның төркөмөндә уҡыған Абдулхаҡ Игебаев — Башҡортостандың халыҡ шағиры, Илшат Йомағолов РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы булып танылды. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин.
1952 — 1955 йылдарҙа Төхфәт Аслаев яңы ойошторолған 1-се Этҡол урта мәктәбенә етәкселек итә. Был осорҙа белем усағы район уҡытыусыларының тәжрибә майҙанына әйләнә.
Артабан Төхфәт Хәлим улына Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе, район Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләргә тура килә. Уның башланғысы буйынса Баймаҡ районы республикала тәүгеләрҙән булып хужалыҡ иҫәбе буйынса мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһай. Һөҙөмтәлә хужалыҡ иҫәбенә бихисап белем усағына нигеҙ һалына.
1958 йылда СССР Юғары Советы тарафынан ҡабул ителгән реформа нигеҙендә уҡыу йорттарында хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә ҙур иғтибар бүленә башлай. Мәктәп урта белемле хужалыҡ кадрҙары әҙерләүсе үҙәккә әйләнә. Төхфәт Аслаевтың тәҡдиме менән уҡыусылар бригадаһы төҙөлә. Балалар каникулын бушҡа үткәрмәй, йәйгеһен хужалыҡҡа ярҙам итә.
Баймаҡ мәктәптәрендәге башланғыс республика, ил мәғарифы етәкселеге тарафынан ҙур хуплау таба. Мәскәүҙә Т.Х. Аслаевтың сығышы тыңланыла һәм баймаҡтарҙың эш тәжрибәһе барлыҡ Рәсәйгә таратыла. Районға РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла.
Педагогик уңыштары өсөн РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Төхфәт Хәлим улы төбәктең иҡтисадын күтәреү, социаль өлкәне үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерҙе.
Тынғыһыҙ, һәләтле етәксенең артабанғы яҙмышы Өфө ҡалаһы менән бәйле. 1960 — 1969 йылдарҙа республика 1-се мәктәп-интернатына етәкселек итә. Унан кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, РСФСР Фәндәр академияһы милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр, Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй. Төхфәт Аслаев — 50-нән ашыу китап һәм методик ҡулланма авторы. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы үҫтереүгә, милли кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән ғалимдарҙың береһе булараҡ танылыу яулай. Хеҙмәте өсөн Ушинский миҙалына, “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Төхфәт Хәлим улының балалары ла атаһының юлын һайланы.
Тыуған еренең генә түгел, барлыҡ республиканың үҫеше өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән Иҫән егетенең рухы иҫән. Шәхестең данлы эштәре, абруйлы исеме онотолмай. 1996 йылдан алып республикала уның исемендәге бокс ярышы үткәрелә. Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан йыл һайын иң яҡшы уҡытыусы-методисҡа Төхфәт Аслаев исемендәге премия тапшырыла. Шулай ҙа шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса башҡараһы эш күп, тип иҫәпләйем.
Рамаҙан ҮТӘҒОЛОВ,
мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад