Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Йома, 8 май, Еңеү көнө айҡанлы оҙайлы ялдар алдынан һуңғы эш көнө була. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, был көндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Байрам уңайынан Башҡортостан халҡын 9 майҙан 11-енә тиклем өс көнлөк ял көтә. 2026 йылда Еңеү көнө шәмбегә тура килә, шуға күрә ял көнө дүшәмбе, 11 майға күсерелде. Киләһе эш аҙнаһы шишәмбе, 12 майҙа башлана.
Башҡортостанда 2026 йылдың май айы ял көндәренә айырыуса бай. Май байрамдарынан тыш, республикала 27 майҙа Ҡорбанбайрамы билдәләнә. Башҡортостанда был көн рәсми рәүештә ял көнө булып тора.