Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар07.05.2026

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмө йырсыһы Адель Шәйхетдиноваға  тәҡдим яһағандар. Адель социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә матур видеояҙма менән уртаҡлашты.

Видеояҙма машинала төшөрөлгән, йырсы егете һәм эте менән ҡайҙалыр елә, ә яҙманың аҙағында бармағындағы балдаҡты күрһәтеп, алда үҙен мөһим үҙгәрештәр көтөүенә ишара яһай.

Адель видеоға ҡарата бер ни ҙә яҙмаған, әммә уның фанаттары һәм, ғөмүмән, йыр-моң һөйөүселәр ентекле мәғлүмәттәр көтөүен белдергән, ифрат ҙур туй тураһында төрлө фараздар ҡора башларға ла өлгөргән.



Вернуться назад