Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан.
Башҡортостандың Бөрө ҡалаһы причалына «Александр Бенуа» теплоходы килде. Был хаҡта Бөрө районы хакимиәте МАХ каналында хәбәр итә.
Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан туристар Муромда, Мамадышта булды, әле Бөрөлә. Аҙаҡҡы туҡталыш – Өфө.
«Александр Бенуа» – уртаса ҙурлыҡтағы теплоход-пансионат. Бортта 141 ҡунаҡ булыуы мөмкин. Уның оҙонлоғо – 96,3 метр, киңлеге – 14,9 метр.
Башҡортостан йылғаларында йылға навигацияһы 25 апрелдә асылды.