Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән07.05.2026

Уларҙың 35,4% – балалар.

Фото: «Башинформ» | архив

Миҙгел башланғандан алып Башҡортостандың медицина ойошмаларына 1347 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы хәбәр итеүенсә, был уҙған йылғы күрһәткестәрҙән бер меңгә тиерлек аҙыраҡ (2025 йылдың ошо уҡ осоронда 2356 кеше).

Зыян күреүселәрҙең 35,4% балалар тәшкил итә.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында талпандарҙың инфекцияларға тикшереү пункттары эшләй. Пункттарҙың эш графигы менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Роспотребнадзор белгестәре халыҡҡа һаҡланыу сараларын күрергә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә. Ялан-ҡырҙарға сыҡҡанда репелленттар һәм инсектоакарицидтар ҡулланырға, шулай уҡ махсус кейем кейергә кәрәк. Талпан вируслы энцефалитынан һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы – вакцинация.




Вернуться назад