Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янындағы причалға «Юрий Никулин» теплоходы туҡтаны. Ул баш ҡалала киске сәғәт 7-гә тиклем тора. Һуңынан Ҡазанға һәм Пермгә юл тота, тип хәбәр иттеләр Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
7 майҙа иртән Дуҫлыҡ монументындағы причалға навигация миҙгеленең киләһе ҡунаҡтары – «Русь Великая» һәм «Александр Бенуа» теплоходтары килә.
Бынан алдараҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында «Виссарион Белинский», «Александр Пушкин» һәм «Россия» теплоходтары туҡтағайны.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республиканың баш ҡалаһы 22 судно, шул иҫәптән 14 круиз теплоходын көтә. Йылға буйлап Өфөгә бөтәһе дүрт меңдән ашыу ҡунаҡ килергә тейеш.
