Һыбай сыҡтым... (Әсхәл Әхмәт-Хужа)05.07.2012
Һыбай сыҡтым... (Әсхәл Әхмәт-Хужа)1. Күңелдәрҙең йырлы сыуаҡтары
Эйә бит ул бүтән ҡөҙрәткә:
Ай-ҡояш та янмай баш осонда —
Йәйғор көлөп тора (...)тә. (Күңел офоҡтары).
2. Ҡосаҡлағым килә бар донъяны,
Осҡом килә йондоҙ эҙенән,
Айҙы аҡбур итеп,
Һөйөүемде
Яҙғым килә сөм күк (...)өнә! (Айлы төндәр).
3. Шулай уҡ сик юҡ ябай әҙәмгә:
Әгәр йәненән сағылып осһа
Изге бер сатҡы сикһеҙ (...)гә. (Яҡты исемең).
4. Ҡыр ҡаҙҙары, ана, ҡаңғылдаша,
Ҡаңғылдаша иртүк сәхәрҙә,
Йыя улар, йыя бәпкәләрен
Осорорға алыҫ (...)гә. (Ҡыр ҡаҙҙарын күргәс...)
5. Ҡул һуҙышып,
Дуҫ булышып
Йәшәүе — рәхәт.
Донъяларҙа
Дуҫлыҡ барҙа —
Арта (...). (Күңел).
6. Алъюҫыҡҡа, ахыры, ятмай һиндә
Олатайҙарымдың һөйәге...
Миңә бер һин яҡынһыңмы, тиһәм,
Мин дә ғәзиз һиңә, (...)ем. (Диңгеҙ).
7. Үҙем ерҙән атлаһам да,
Күңелем оса бейек:
Сыңрап киткән торна бит мин,
Мин бит ыласын-(...). (Ҡоштар кеүек).
8. Йоҡлай ҡышын ялман ояла,
Йоҡлай был саҡ йылан донъяла,
Йоҡлай айыу уя-төбәктә,
Йоҡламай тик йәҙрә (...)тә! (Хәнйәр менән йәҙрә).
9. Береккән ул дәүеренә,
Дәүеренә-тәң(е)ренә:
Риза булған дәүер биргән
Ҡәҙеренә, (...)енә... (Диңгеҙ).
10. Был донъяның ошо буш төнөндә
Буш күңелме,
Нимә хаҡ икән?!
...Шыҡһыҙ уйҙарымды яҡтыртҡандай,
Аҡ ҡар яуа —
Тик шул (...)! (Аҡ ҡар яуа).
11. Уйҙар ҡайнай...
Уйҙар ғына ҡанмай...
Улар төпһөҙ, улар ғәләмәт...
...Ауыр уйҙарымда уйы ла юҡ:
Яҙғы донъя тыныс ...(...)... (Ауырып ауғас).
12. Хикәйәтме,
Әкиәтме,
Мәҡәлме,
Мәҡәләме —
Туҡтай алмай ижад итә
Уның йылғыр (...)е. (Даһимы ни...)
13. Береккән ул дәүеренә —
Бүтән уның теләге юҡ.
Ереккән ул үҙ еренә —
Бүтән уның (...)е юҡ. (Диңгеҙ).
14. Ергә баҫтым, күккә баҡтым...
Күңелем шундай ҡанатлы!
Һөйөүем үбеүҙәй татлы!
Ғүмерем һөйөүҙәй (...)лы! (Ергә баҫтым, күккә баҡтым).
15. Йыһандағы миллиард өн эсенән
Ишетһәм мин тамсы һүҙеңде, —
Ҡайнар хистәр ҡыҫа һулышымды,
Ҡайнар йәштәр быуа (...)емде. (Башҡорт теле).
16. Беҙҙең өсөн йәшәү матур —
Булһа дуҫлыҡ, йыр, шиғыр!
...Ҡошсоҡтай өҙөлөп яратам
Үҙ илемде мин-(...). (Тыуған илкәй — Әбйәлилкәй).
17. Үҙем ерҙән атлаһам да,
Күңелем оса күктән:
Кәм түгел мин һандуғастан,
Кәм түгелмен (...)тән! (Ҡоштар кеүек).
18. Ҡайнар һағышыма иш тапманым
Таң ҡоштарын тыңлап сәхрәлә...
Йөрәк һығылдырыр йырҙарыңды
Ишеттем мин бөгөн (...)лә. (Йырсы ҡыҙға).
19. Нисек түҙәм,
Һине йырламайса
Сәхнәләрҙән күсеп сәхнәгә?!
Юҡ!
Диуана булып,
Шиғыр уҡып,
Һинән алда китәм (...)гә! (Һинең хаҡта).
20. Бирешмәйбеҙ ләкин!
Беркеткәнбеҙ
Халҡыбыҙға уй, эш, кәңәштәр.
Уйсанландыҡ,
Олпатландыҡ хәҙер.
Етдиләнде беҙҙең (...)тәр... (Көрмәнкәй ауылы хәтирәһе).
21. Болот-сәстәреңде атҡан йәшен
Йөрәгемә һала йәрәхәт...
Болот-сәстәреңде бер һыйпауы,
Бер тарауы — ләззәт, мең (...). (Шәреҡ моңдары).
22. Ҡоҙаларҙы ҡоштай һайратаһың,
Туй ҡыҙғанда, илдәр аманда.
Салауаттан ҡылыс ҡайратаһың,
Ҡуҙғалғанда бола (...)дар. (Башҡорт теле).
23. Уйланым мин бөгөнгөнө,
Йөрәкһеп тә таң ҡалып:
Хатта йылдар дауылына
Башын эймәгән (...)! (Диңгеҙ).
24. Ҡала буйлап,
Ҡотороноп-тулап,
Саба, ана, зәһәр ғинуар-ай,
Кешеләрҙе өйҙәренә ҡыуа,
Ситлегенән сыҡҡан (...)ҙай... (Уйҙар ҡырҙарымды урайҙар).
25. Вәхши заман...
Ҡоторона вәхшәт,
Йөрәктәрҙең ҡотон ала дәһшәт...
Ил алйыны һатлыҡ бәндәләрҙән,
Террорҙарҙан, мафия-(...)ларҙан. (Далаларҙа кешнәй аҡбуҙаттар).
26. Тротуарҙан, эйелеп, икмәк йыям,
Устарыма йыям ҡапылда:
Икмәк түгел —
Һуғыш йылдарында
Башаҡ йыям кеүек (...)да! (Икмәк ҡәҙере).
27. Тик бер Хужабикә генә
хәлде кисермәй ауыр:
һуң ятһа ла,
таңдан тороп борҡота
еҙ (...). (Йәшелсә байрамы).
28. Күңелемдә хистәр талпынмаҫ та
Уй ташҡыным һыуҙай сайпылмаҫ,
Тауышымды минең белмәҫ ер,
Йөрәгемә килмәҫ, килмәҫ (...)! (Күҙҙәремдән йәшем сыҡмаһа).

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад