«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне06.05.2026

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән хушлашыу тантанаһында уның ҡатыны Нина Николаевна тормош иптәшен һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе.

«Беҙгә эшләгән бөтә изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт. Мин республикабыҙҙағы һәм Мәскәүҙәге бөтә табиптарға рәхмәт әйткем килә, улар Константин Борисовичты ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Хирургтар уның ныҡлығынан, ихтыяр көсөнән, йәшәргә булған теләгенән хайран ҡалды. Ул минең ҡояшым ине. Өйгә ҡайтҡан һайын ишекте асып йылмайып килеп инер ине. Ул бөтә күңеле менән кешеләрҙе яратҡан изге йөрәкле кеше ине. Бик белемле, аҡыллы. Мин уға бергә үткәргән йылдар өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Ул бер ваҡытта ла миңә тауыш күтәрмәне, насар һүҙҙәр әйтмәне. Мине осорға өйрәткән ҡанатым ине ул. Әлбиттә, миңә был юғалтыу бик ауыр бирелә. Беҙҙе ҡалдырмауын бик үтендем, был теләгемде тормошҡа ашырыу өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләне, бар көсөн һалып көрәште. Ирем менән бергә эшләгәнегеҙ, уға ярҙам иткәнегеҙ, шатлыҡ-ҡайғыһын уртаҡлашҡанығыҙ, аҙаҡҡа тиклем уның янында булғанығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт», — тине Нина Толкачева.

Константин Толкачев оҙаҡ ауырығандан һуң 73 йәшендә арабыҙҙан китте. Уны Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.



Вернуться назад