Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
9 май республика почта бүлексәләренең күпселеге өсөн ял көнө булып тора. Маркетплейстарҙан заказдар биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән бүлексәләр был исемлеккә инмәй. Улар ғәҙәти режимда эшләй.
8 майҙа почта бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
«Байрам көнөндә почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Пенсиялар һәм пособиелар Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһе менән килешелгән график буйынса түләнә», — тип өҫтәнеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Башинформ яҙғанса, рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. Быйыл Еңеү көнө, 9 май, шәмбегә тура килә, шуға күрә ял көнө дүшәмбегә, 11 майға күсерелде. Шулай итеп, киләһе аҙнала 4 эш көнө көтә (шишәмбенән йомаға тиклем).