Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы06.05.2026

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Фото: Шуматбаевтар ғаиләһе архивы

Ошо көндәрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин Нефтекаманан Анжелика Шуматбаеваға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Башҡортостанда бындай награда 12-се тапҡыр тапшырылды, тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул уның ғаиләһе хаҡында яҙып сыҡты.

«Анжелика Александровна тормош иптәше Сергей Иванович менән ун бала тәрбиәләй. Кемеһелер эшләй, кемеһелер колледжда уҡый, ә кеселәре мәктәпкә йөрөй. Бының артында баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәт ята. Ял көндәре, отпуск юҡ. Ләкин был яҡшы һөҙөмтә бирә: балалар ышаныслы тыл булыуын тойоп, үҙ-үҙҙәренә ышанып үҫә», — тип билдәләне премьер-министр.

Андрей Назаров республикала 2026 йылдың Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө. Ишле ғаиләләр дәүләт социаль сәйәсәтенең төп өҫтөнлөгө булып тора. «Ғаилә» яңы милли проекты ғаиләгә, әсәлеккә һәм атайлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. «Беҙ яңы ярҙам сараларын индерәбеҙ: күп балалылар өсөн транспортта бушлай йөрөү, колледжда уҡыған студенттар өсөн компенсация. Был «мохтажлыҡ буйынса» льгота түгел, ә ишле ғаиләләргә ихтирам билдәһе»,  — тине республика хөкүмәте премьер-министры. 


 



Вернуться назад